Урал батыр (original) (raw)
Урал батыр
- 1-се бүлек. Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ булғаны, өлкән улдары Шүлгәндең ата һүҙен тотмағаны, әсә һүҙе йоҡмағаны; Самрау ҡыҙы Һомайҙың аҡҡош булып тотолғаны, йәнә ҡотолғаны
- 2-се бүлек. Уралдың Ҡатил батшаны ҡыйратып дан алғаны; халыҡты иреккә сығарғаны
- 3-сө бүлек. Уралдың Зәрҡумды үлемдән алып ҡалғаны, уның менән атаһы Ҡәһҡәһә батшаға барғаны, сер һарайын асҡаны, Гөлөстанды үҙенә алғаны
- 4-се бүлек. Шүлгәндең дейеү батшаһы Әзрәҡә хәйләһенә эләккәне, Әзрәҡә мәкерен үтәргә Самрау батша иленә барғаны, Һомай уны һарай аҫтына япҡаны
- 5-се бүлек. Уралдың Һомай һарайына барғаны; Йәншишмә һыуын табыу өсөн Һомай ҡуйған шартты үтәп, уның һеңлеһе Айһылыуҙы табып алып килгәне
- 6-сы бүлек. Ҡыҙы Һомайҙы, Аҡбуҙатын, булат ҡылысын Уралға бирергә Самрау батшаның риза булғаны; Уралдың Шүлгән менән осрашҡаны, ағаһының яуыз уйлы кеше булып сыҡҡаны; Һомай йыйған майҙанда Шүлгәндең хур булғаны, Уралдың халыҡты хайран ҡылғаны
- 7-се бүлек. Серле таяҡ ярҙамы менән туфан күтәртеп, Шүлгәндең халыҡты ҡырырға маташҡаны; Зәрҡум менән икәүләп дейеү батшаһы Әзрәҡәгә ҡасҡаны; Уралдың Әзрәҡәне, башҡа дейеүҙәрҙе тураҡлағаны, шулар емтегенән тауҙар яһағаны
- 8-се бүлек. Уралдың Ҡатил батша ҡыҙынан тыуған Яйыҡ атлы, Гөлөстандан – Нөгөш, Һомайҙан – Иҙел атлы өс улы, Шүлгәндең Ай ҡыҙы Айһылыуҙан тыуған Һаҡмар атлы улы Уралға килгәне, оло батырға тоғро юлдаш булып, яуҙа таҫыллы ҡулдаш булып, яуыз йәндәрҙе еңгәне; Урал менән Шүлгәндең яҫҡышып алышҡаны
- 9-сы бүлек. Үлем күрә алмай ҡаңғырған ҡарттың әйткәне; Уралдың Йәншишмәне уртлағаны, тамсыһын да йотмағаны, тирә-яҡҡа һипкәне – ер йәнләнеп киткәне
- 10-сы бүлек. Дейеүҙәргә асыу итеп, Уралдың Шүлгән күлен йотҡаны, эскә үткән йылан-саяндың йөрәген телгеләгәне; Уралдың үлер алдынан әйткәне; Урал тауы буйнда кешеләр күбәйгәне, хайуан, ҡош-ҡорт ишәйгәне, эсер һыу етмәгәне; Иҙел, Һаҡмар, Яйыҡ, Нөгөш йылғалары барлыҡҡа килгәне; кешеләр, ҡытлыҡты ла, дейеүҙәрҙән ҡыйралыуҙы ла онотоп, байман йәшәп киткәне
Поделись с друзьями: